Ҡайтам! Ошондай исем аҫтында Башҡортостан ҡала-райондарында гәлсәр тауышлы Гәлсәр Байғусҡарованың концерттары үтте. Тур «Атайсал» республика проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Гәлсәр Байғусҡарованың исеме Башҡортостан тамашасыларына яҡшы таныш. Бәләкәй сағынан «Тамыр» телеканалының вокал төркөмө солисы була, республикала уҙғарылған мәртәбәле сараларҙа сығыш яһай. Тапшырыуҙарҙа, фильмдарҙа төшә, хатта «Бирешмә» тәүге үҫмерҙәр сериалында төп ролдәрҙең береһен башҡара. Бөгөн Гәлсәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәскәүҙә эшләп йөрөгән йәш ижадсы. Санкт-Петербург, Прага, Женева сәхнәләрендә башҡорт моңон яңғыратҡан йәш йырсы. Әммә Гәлсәр Зариф ҡыҙы ҡайҙа ғына йөрөһә лә ижадта тәүге аҙымдарын яһаған Башҡортостан менән бәйләнеште өҙмәй. Мин тыуған төйәгемдән көс, илһам алып йәшәйем, ижадымды гел ҡеүәтләп торған, йырҙарымды яратып тыңлаған, социаль селтәрҙәрҙә йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыма концерт аша рәхмәт әйткем килде, ти ул.
Гәлсәр Байғусҡарова үҙенең беренсе гастроле менән республиканың тиҫтәгә яҡын төбәгендә булды. Концерт программаһына тамашасылар яратҡан билдәле йырҙар ҙа, яңы композициялар ҙа ингән. Гәлсәрҙең моңло һәм көслө тауышы тере музыка ҡоралдары: ҡурай, гитара, саксофон оҙатыуында яңғыраны Билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов һәр кемдең ҡанына һеңгән халыҡ көйҙәрен башҡарҙы.





