Өфө кампусының ете башняһы күтәрелде

Тарихи ваҡиға: Вуз-ара студенттар кампусының ете башняһын күтәреү буйынса эш тамамланды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Ҡурай тажын хәтерләткән уникаль архитектура объекты һис шикһеҙ Өфө символына әйләнәсәк. Кампус төрлө локацияларҙан да яҡшы күренә, ә уның матурлығы бигерәк тә ҡалаға ингән урында тағы ла нығыраҡ асыла. Төҙөүселәр ҡыйыҡ эштәрен тамамлап бара, фасад монтажлана, инженер системалар ҡуйыла, биналар эске яҡтан биҙәкләнә. Биләмә төҙөкләндерелә. Көн һайын майҙансыҡта меңдән ашыу кеше эшләй. Проектты тиҙ арала тапшырыу бурысы ҡуйылған-2027 йылда бында тормош ҡайнаясаҡ.»- тиҙ яҙған төбәк етәксеһе. Кампус күләме буйынса ла һоҡландыра-башняларҙың бейеклеге 11 ҡаттан 30 ҡатҡа тиклем етә, дөйөм майҙаны-100 мең квадрат метр. Ятаҡта дүрт меңдән ашыу студент йәшәйәсәк. Ғилми-мәғариф киңлектәре, берҙәм эш өсөн майҙансыҡтар, спорт блогы, китапхана, кафе-йәштәр үҫеше өсөн заманса мөхит булдырыла. Бында шулай уҡ студент ғаиләләр уңайлығы өсөн балалар баҡсаһын ойоштороу ҡаралған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, амбициоз проектты идара командаһы уңышлы атҡарып сыҡты. Кампуста йәшәйәсәк, уҡыясаҡ егет-ҡыҙҙар өсөн оло ғорурлыҡ һәм шатлыҡ кисереүен дә белдергән республика башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ