Өфө кампусы студенттарҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Өфө вуз-ара кампус биләмәһендә 4 меңгә яҡын студент йәшәйәсәк. Бүлмәләр ике, өс һәм дүрт урынлыҡ буласаҡ. Ятаҡтар киләһе йыл файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана. Уҡыу һәм йәшәү өсөн бында барлыҡ уңайлыҡтар: коворкинг, китапхана, кафе һәм спорт залы кеүек уртаҡ зоналар ҡаралған. Балалар баҡсаһы эшләйәсәк.

Кампустың фәнни-белем биреү өлөшө-IQ-парк 2 йыл элек эшләй башлағайны, былтыр Геном үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тулы ҡеүәттә эш башлау Башҡортостандың фән үҫешенә яңы һулыш бирер һәм яңы исемдәр асыр тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ