Республиканың урман янғыны хеҙмәте урмандарҙағы хәлде һауанан контролдә тотоуын дауам итә. Авиапатрулләү «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына ярҙам йөҙөнән уҙғарыла һәм раҫланған дүрт маршрут буйынса 4,1 миллион гектар урман фондын үҙ эсенә ала.
Һауа суднолары төп өс база-Өфөлә. Белоретта һәм Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында дислокациялана. Миҙгел башынан күҙәтеүсе-летчиктар 111 осош яһап, һауала 349 сәғәт 40 минут ваҡытын уҙғарған. Авиация ярҙамында Бөрйән һәм Учалы райондарында оператив рәүештә ике урман янғыны асыҡланған. Дөйөм алғанда, йыл башынан республика урман фондында 87 гектар майҙанда 15 янғын сығанағы теркәлгән. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, республиканың барып етеү ауыр булған таулы-урманлы райондарында авиапатрулләү иң һөҙөмтәле мониторинг ҡоралы булып ҡала. Янғын сығанағын һауанан күреү беҙгә тәү сиратта ваҡыт өҫтөнлөгө бирә. Быйыл шуға күрә ике урмн янғынын иртә стадияларҙа оператив рәүештә һүндерә алдыҡ. Дөйөм алғанда, беҙҙең күп кимәлле контроль системаһы янғындарҙы иҫкәртеү һәм уларҙы тиҙ арала һүндерегә ирешеүгә йүнәлтелгән, тигән ведомство етәксеһе.






