Башҡортостанда янғын һынау лабораторияһының эше күрһәтелде

Башҡортостандың янғын һынау лабораторияһы белгестәре йылына өс йөҙҙән ашыу объектта ут сығыуҙың техник сәбәптәрен асыҡлай. Янғындың ҡайһы урындан сығыуын теүәл билдәләү маҡсатында янған әйберҙәр һәм материалдар ентекле тикшерелә. Үҙ эшендә дөрөҫлөк һәм объективлыҡты өҫтөн ҡуйған эксперттар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Текстиль материал өлгөһө башта фотоға төшөрөлә, унан һуң уның бер өлөшө төрлө эшкәртеүҙәр үтеп, составында тиҙ яна торған һәм яғыулыҡ шыйыҡсалары булыу-булмауға тикшерелә. Эксперттар һанаулы ғына минуттар эсендә янғын осрағы сәбәбен билдәләне: ут төрткәндә бензин, керосин файҙаланылған.

Республика янғын һынау лабораторияһы эксперттары янғын сәбәптәрен билдәләү ҡатмарлы булған осраҡтар буйынса ғына эшләй. Ут төртөүгә, йә ҡыҫҡа ялғанышҡа шик булғанда, шулай уҡ электр, йылытыу ҡорамалдары ҡулланыу, йә тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын эҙемтәләре ентекле өйрәнелә. Тикшереү эштәре эре сәнәғәт предприятиеларында ла алып барыла. Ялан шарттарында эшләргә тура килә.

Белгестәр тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Республиканың төрлө район-ҡалаларына командировкалар менән сығырға тура килә. Ошо маҡсатта күсмә лаборатория ойошторолған. Машина барлыҡ тейешле ҡорамалдар һәм приборҙар, шул иҫәптән тепловизор һәм газоанализатор менән тәьмин ителгән. Экспертиза яһау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Янғын майҙаны ни тиклем ҙурыраҡ булған һайын тикшереү эштәрен ойоштороу ҙа ҡатмарлыраҡ. Бер нисә йорт бер юлы янған осраҡтар ҙа теркәлә. Шул уҡ ваҡытта лаборатория белгестәре ут сығыу осрағына хоҡуҡи баһа бирә алмай, был тик тәфтишселәр, прокуратура һәм суд компетенцияһы ҡарамағында.

Эксперттар ваҡиға урынына килеү менән шаһиттарҙан һорау алыу ойоштора. Беҙҙең эштә янғын урынын сифатлы тикшереү мөһим роль уйнай.

Антон Васильев, Башҡортостандың янғын һынау лабораторияһы етәксеһе урынбаҫары

Ҡулға көрәк алып тигәндәй эш итергә, янған сым, техника ҡалдыҡтарын эҙләргә тура килә. Янғын сәбәптәрен асыҡлағанда ғәҙеллек һәм объективлыҡ принциптарын үтәү-эшмәкәрлектә төп бурыстарҙың береһе.

18 июль Дәүләт янғын күҙәтеүе органы ойошторолоуға 99 йыл тула. Республика янғын һынау лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн был көн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки үҙ эшмәкәрлегендә улар ут сығыу осраҡтарын тикшереүҙән тыш, иҫкәртеү сараларын да уңышлы алып бара.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ