Баш ҡаланың Менделеев урамы 173/1 йорт эргәһендәге баҫҡыс 40 процентҡа тиклем таушалған. Подрядсы ойошма уны яңынан эшләйәсәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡойма ямғырҙың көслө ағымын, хатта баҫҡыс та күтәрә алмаған. Объекттың 40 процентҡа тиклем зыян күреүе билдәләнә. Бынан ике йыл элек подрядсы ойошма тарафынан башҡарылған эш бөгөн ҡабаттан үҙгәртеп ҡорола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, теүәл бер аҙна элек Өфөлә ҡойма ямғырҙар эҙемтәһендә бик күп канализация селтәрҙәре сүп-сар, япраҡтар менән тулды. Шулай уҡ ихаталарҙы, тотош урамдарҙы һыу баҫты. Белгестәр яуым-төшөмдөң айлыҡ норманың 39 процентын тәшкил итеүен билдәләне.
Объект яңыртылыу менән бер рәттән ямғыр һыуҙары өсөн улаҡ урынын да киңәйтеп эшләү ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин






