Өфөгә һирәк осрай торған сирҙәр менән яфаланыусылар йыйылды

Ошо көндәрҙә баш ҡала «Редкая Жара» фествиален ҡаршы ала. Сарала Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған пациенттар һәм белгестәр ҡатнаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Кирилл Кузнецов үҙенең ауырыуы тураһында 16 йәшендә белеп ҡала. Әммә тәүге билдәләре күпкә иртәрәк-8 йәшендә үк барлыҡҡа килә. Йүгергәндә, интенсив физик күнекмәләр яһағанда аяҡтар ауырта башлай. Диагноз ҡуйғанға тиклем тағы 8 йыл үтә. Кирилл-Фабри һирәк осрай тоған генетик сирҙән яфалана. Гендағы мутация арҡаһында уның организмы кәрәкле фермент етештермәй. Даими терапияһыҙ ҡан тамырҙары, йөрәк һәм бөйөр күҙәнәктәрендә хәүефле май матдәләре туплана, был эстән тән ағзаларын емерә.

Сир тураһында белгәс шаңҡып ҡалаһың. Әммә бирешергә ярамай. Беҙҙең заманда һөҙөмтәле дауаланыу ысулдары, мәғлүмәт етерлек. Иң мөһиме-ваҡытында асыҡлау һәм мөмкин тиклем тиҙерәк дауалана башларға кәрәк.

Кирилл Кузнецов, фабри сиренән яфаланыусы

Һирәк осрай торған ауырыу-хөкөм түгел, Кирилл үҙенә уңайлы эш шарттары булдырған, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлек таба. Өфө һирәк осрай торған ауырыу менән яфаланған пациенттарҙы берләштерҙе. Баш ҡалала ойошторолған фестиваль Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән пациенттарҙы онлайн һәм офлайн майҙансыҡтарға йыйҙы. Сарала Пермдән Ғосмановтар ғаиләһе лә ҡатнаша. 7 йәшлек улдары Моратҡа энцефалопатия диагнозы ҡуйылған. Сир тураһында тулыраҡ белеү, һорауҙарға яуап алыу маҡсаты менән килдек ти, малайҙың әсәһе.

Һирәк осрай торған ауырыу тип 100 мең кешегә 10-ға тиклем сирле тура килгән осраҡта әйтелә. Был Рәсәй кимәлендә бик аҙ, әммә һәр кем айырым иғтибарға лайыҡ, ти фестивалде ойоштороусылар. Сара дәүләт, медицина берләшмәһе һәм пациенттар араһында диалог булдырыу маҡсатында үтә.

Фестииаль дүрт көнгә иҫәпләнгән. Бөгөн «заман пациенты мәктәбе» үтә. Унда психологтар, табиптар сығыш яһай. Шулай уҡ пациенттар үҙҙәре йәки уларҙың яҡындары ла «асыҡ микрофонда» ҡатнаша, тәжрибәләре менән уртаҡлаша ала. Был фестивалде Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ойошторабыҙ. Өфөлә тәүге тапҡыр үтә.

Анастасия Татарникова, «Редкая жара» фестивален ойоштороусы, һирәк осрай торған ауырыуҙар менән бәйле мәсьәләләр буйынса эксперт ярҙамы үҙәге рәйесе

Фестивалдә «һирәк» һүҙе хөкөм кеүек түгел, ә үҙенсәлек синонимы булараҡ яңғырай. Бындай теләктәшлек пациенттарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итә, артабан да алға барырға көс бирә.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ