Башҡортостанда «Онкопатруль» проекты башланды

Һаулыҡты тикшереү, яңы технологиялар һәм инде традицияға әйләнгән күренеш: республикаға яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса Бөтә Рәсәй «Онкопатруль» проекты килде. Ул шәмбегә тиклем дауам итә. Өфөләге саралар программаһына ярашлы, «Яман шештәрҙе комплекслы дауалау» исеме аҫтында ғилми-ғәмәли конференция һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бынан тыш, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн иң ҡатмарлы операцияларҙың береһен башҡарҙы. Әмәлиәт барышын илдең төрлө төбәк табиптары онлайн-форматта күҙәтте. Улар операция барышын ҡарап, белгестәрҙең фекерҙәрен тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

Башҡортостан башлығы менән осрашҡанда, Радий Хәбиров онкология хеҙмәтенә бәйле борсолоуын белдерҙе. Өлкәгә ҡарата төплө иғтибар булғанға тотош Рәсәй онкологтары Өфөгә килде. Шуға ла онкопатрулдең мөһимлеген билдәләргә кәрәк. Йылдар дауамында тупланған тәжрибә һөҙөмтәһендә яман сиргә ҡарата көрәш тә ныҡлы алып барыла.

Андрей Каприн, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы

Башҡортостанда «Онкопатруль» быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Белгестәр проекттың яман шеште иртә стадияла уҡ асыҡларға мөмкинлек биреүен билдәләй. 2019 йылдан Башҡортостан сода компанияһы, «Салауат быяла» предприятиеһы һәм Өфө моторҙары эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең дә һаулығы тикшерелә. Был юлы «Онкопатруль» Нефтекама ҡалаһына-Рәсәйҙең алдынғы «Нефаз» автомобиль эшләү заводтарының береһенә юлланды. Шулай уҡ урында оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреү ҡаралған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ