Был юлы лагерҙа Өфө, Октябрьский ҡалалары, Саҡмағош һәм Туймазы райондарынан малай-ҡыҙҙар ял иткән. Балаларға төбәктең иҫтәлекле урындары, күркәм тәбиғәт мөйөштәренә-Ҡандракүлгә, «Бабай утары» этнографик музейына, Сәкәнтамаҡ ауылы эргәһендәге Пугачев тауына экскурсиялар ойошторолған. Сменаны тантаналы ябыу балалар үҙҙәре әҙерләгән концерт программаһы менән тамампанды, кискеһен дискотека ойшторолдо.






