Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Һиндостан мәҙәниәте фестивале үтте

Һинд йыр-бейеүҙәрен үҙ эсенә алған концерт программаһынан тыш, майҙанда Көньяҡ Азия илдәре халыҡтарының кейемдәре, биҙәүес әйберҙәренән торған күргәҙмә эшләне. Йога, төрлө психологик тренингтар ойошторолдо.

Паркта һинд аш-һыуҙары ла тәҡдим ителде. Өфөлә белем алып, эшкә ҡалған йүнселдәр ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙҙәренең милли ризыҡтары менән һыйланы. Көньяҡ Азия илен Өфөгә алып килгән фестиваль быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ