Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары һәм һәүәҫкәр спортсылар армрестлинг буйынса көс һынашты

Көслө кешеләрҙе берләштергән турнирҙа ҡатнашыусылар 5 төрлө ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Улар араһында армрестлингҡа яңы килеүселәр, профессионалдар ҙа бар. Төрлө быуын вәкилдәрен осраштырған турнир рухи һәм физик ныҡлыҡты һынау урынына әүерелде

Ватан һаҡсылары һәр саҡ алда. Армрестлинг турнирында махсус хәрби операция ветерандары таһыллыҡтарын һынаны. Реабилитация үткән яугирҙар өсөн призлы урындан бигерәк, сарала ҡатнашыу, үҙеңде рухи яҡтан күтәреү өсөн мөһим.

Махсус хәрби операция ветерандарын спорт аша реабилитациялауға йүнәлтелгән «Көслө кешеләр» социаль проекты 2024 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул ярыштар үткәреүҙе генә түгел, күнекмәләр ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала. Проект Рәсәй йәштәре һәм Башҡортостан башлығы гранттары фонды тарафынан хупланған. Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалы генераль партнер булараҡ сығыш яһай.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған ярышта, көнәркәшлек түгел, ә туғандарса мөнәсәбәт хакимлыҡ итә. Әлеге спортсыларҙың барыһын да махсус хәрби операция бәйләй. Ветерандар тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу менән, юғалып ҡалмай, үҙҙәрендә яңы һәләттәр аса, спорт менән шөғөлләнә.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ