Башҡортостан еңел атлеттары Рәсәй чемпионатына әҙерләнә

Башҡортостан спортсылары Екатеринбург ҡалаһында еңел атлетика буйынса үтәсәк Рәсәй чемпионатына әҙерләнә. Унда республика исеменән тиҫтәләп спортсы ҡатнашыр тип көтөлә. Әйткәндәй, сығыш яһаясаҡ состав күптән түгел Ҡазан марафонында ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Чемпионатҡа әҙерлек Олимпия уйындарынан бер ҙә ҡалышмай. Спортсылар иртәнге һәм киске күнекмәләрҙә ялһыҙ тигәндәй шөғөлләнә. Башлыса улар 800, 1500 метр арауыҡҡа йүгерә. Ғәҙел Булатов еңел атлетика менән бала сағынан мауыға. Төрлө марафондарҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң, республика йыйылма командаһына эләккән.

Әлегә Олимпия уйындары тик хыялда ғына. Шулай ҙа киләсәктә Ғәҙел спорттың тағы ла юғарыраҡ пьедесталына күтәрелергә иҫәп тота. Екатеринбург ҡалаһында Башҡортостан командаһы исеменән биш спортсы сығыш яһар тип көтөлә. Күптәр июндә Ҡазанда үткән Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, миҙалдар менән ҡайтҡан. Әле ҡайһы берҙәре спорт мастерлығына кандидатлыҡ яҡлай.

Әйткәндәй, Екатеринбург ҡалаһынан һуң, август урталарында Белорет ҡалаһында еңел атлетика буйынса йыйындао үтә. Майҙанда шулай уҡ Олимпия уйындарында ҡатнашып билдәлелек алған спортсыларҙың һынау тотасаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ