«Алға» иҡтисади зонаһы Рәсәйҙә тәүге алты лидер иҫәбенә инде

Йыл дауамында «Алға» айырым иҡтисади зонаһының һөҙөмтәлелеге 95 процентҡа етеп, ул сәнәғәт-производство тибындағы айырым иҡтисади зоналар араһында 17-се урындан 6-сы урынға күтәрелгән. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта «Алға»ның резиденттары булып еңел сәнәғәт, нефть химияһы, ағас эшкәртеү, машиналар эшләү һәм гофратара етештереүсе 26 компаняи сығыш яһай. Улар өс меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға планлаштыра. Ете предприятие продукция етештерә башлаған да инде. Радий Хәбиров килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башынан резиденттар исемлегенә дөйөм суммаһы 1 миллиард һумға яҡын инвестиция менән химик һәм электротехник йүнәлештәге 3 компания ҡушылған. Бынан тыш, хаҡы 14 миллиард һумлыҡ эре химия производствоһы булдырыу планлаштырыла. Республика етәксеһе билдәләүенсә, иҡтисади үҫеш министрлығының юғары баһаһы сәнәғәттең үҫеше һәм инвесторҙарҙың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур булыуын иҫбатлай. «Алға» шулай уҡ Рәсәй айырым иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеү милли рейтингында Топ-3 рейтингына инә. Радий Хәбиров идарасы компания-Башҡортостандың үҫеш корпорацияһына рәхмәт белдергән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ