Республиканың баш ҡалаһында бензинға бәйле хәлде көйләп булһа ла, райондарҙа әлегә ҡатмарлыраҡ. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге менән беҙҙең телеканал берлектә ойошторған брифингта һүҙ барҙы. Шул иҫәптән Бөрө ҡалаһындағы хәл дә тикшерелде. Бөгөн иртән унда дизель менән тотҡарлыҡтар булмаған, ә бензин ике заправкала ғына ҡалған.
Яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә тағы ла бер мөһим мәсьәлә-оперштаб менән даими бәйләнеш булдырыу. Брифинг барышында билдәләнеүенсә. был йәһәттән муниципалитеттарға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Ваҡытында мәғлүмәт биреү һәм бәйләнештә ҡалыу килеп тыуған хәлде көйләүҙең шулай уҡ мөһим өлөшө.






