Башҡортостандың Асҡын һәм Балаҡатай райондарында ташҡын хәүефе һаҡлана

Күрше Пермь өлкәһендә быуа емерелеүе һөҙөмтәһендә Башҡортостандың Асҡын һәм Балаҡатай районы ауылдарынан 68 кеше, шул иҫәптән 6 бала эвакуацияланған. 88 йорт һыу аҫтында ҡалған, урында гуманитар ярҙам ойошторолған. Тораҡ пункттарында йәшәүселәр һыу ҡапыл күтәрелеү ихтималлығы тураһында алдан иҫкәртелә. Мал-тыуар ваҡытында хәүефһеҙ урынға сығарылған. Йылғаларҙың әлегәсә күтәрелеүе күҙәтелә. Асҡын районы биләмәһендә мәҫәлән, Һарыһыу, Төй һәм Борма йылғалары буйында урынлашҡан ауылдар айырым иғтибарға алынған.

Йылға кисә күтәрелә башланы. Район хакимиәте етәкселеге, ҡотҡарыусылар халыҡты алдан иҫкәртте. Асҡын районына ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 39 белгес, 6 берәмек техника йәлеп ителгән.

Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Әйткәндәй, социаль селтәрҙә таралған был кадрҙар Асҡын районында түгел, ә Пермь крайында төшөрөлгән. Республикалағы ғәҙәттән тыш хәл даими контролдә тотола. Белгестәр һыу баҫыу буйынса мониторинг алып бара.

Балаҡатай районында ла оҙайлы ямғырҙарҙан һуң йылғалар күтәрелә. Силәбе өлкәһенең Нәзепетровск быуаһында һыу ебәреү сәбәпле Өфө йылғаһы ла ярҙарынан сыҡты.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ