Республика предприятиеларында һаҡсыл производство технологиялары индерелә

Өфөлә пластик тәҙрә һәм ишектәр яһау буйынса махсуслашҡан компания яңы эш тәртибенә күсеп, шул уҡ ресурстар менән етештереү ҡеүәттәрен арттырған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Тәҙрәләр өсөн пластикта тишектәр уйыла. Фрезерлау процессы заманса станоктар ярҙамында хәҙер күпкә тиҙерәк бара. Быға тиклем айына 2 мең ярым конструкция әҙерләнһә, әле күрһәткес ике тапҡырға күберәк. Етештереүҙе арттырыуға һаҡсыл производсто ҡағиҙәләрен индереү ярҙам иткән.

Һаҡсыл производство технологияларын индереү, тәү сиратта, анализ яһауҙы күҙ уңында тота. Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшә алмау сәбәптәре асыҡлана. Төбәк компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамын ҡулланып, эшсе төркөм төҙөлә, уҡыуҙар ойошторола. Тәҙрә, ишектәр яһау буйынса махсуслашҡан компания йыл башынан алып яңы эш тәртибенә күсә. Был хеҙмәткәрҙәргә эш процессын оптималләштерергә һәм предприятие ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға булышлыҡ иткән.

Компания шәхси һәм корпоратив заказдарҙы ҡабул итә. Продукция һәр ваҡыт һорау менән файҙалана, айырыуса, йәйгеһен, ти ойошма етәкселеге. Төбәктә 220-нән ашыу компанияла һаҡсыл производство технологиялары ҡулланыла. Башҡортостан был проектҡа пилот төбәк булараҡ ҡушылһа, әле был тәжрибә республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһенә ныҡлы ингән.

Һаҡсыл производство-ул предприятиеның әлеге үҫеш мәлендә бөтә кеше һәм технологик мөмкинлектәрҙеһөҙөмтәле рәүештә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Был ойошманың үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтә.

Илдар Ҡолбахтин, Башҡортостан төбәк компетенциялар үҙәгенең проекттар етәксеһе

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты буйынса һаҡсыл производство технологияларына һуңғы арала ғына тағы 40-тан ашыу компания ҡушылған. Өфөлә пластик тәҙрәләр етештереү менән шөғөлләнгән ойошма иһә, быяла цехын да үҙгәртеп ҡороуҙы планлаштыра.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ