Өфөлә «Төнгө диспансер тикшереүе» акцияһы старт алды. 5-се ҡала дауаханаһында «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты буйынса пациенттарҙы кис ҡабул итеү ойошторолдо. Был иртән ваҡыттары булмаған эшләүсе граждандарға һәм студенттарға медицина тикшереүе үтеү мөмкинлеге бирә. Поликлиникала тикшереү ике этапта ойошторолған. Тәүҙә пациенттар анкета тултыра, терапевтҡа күренә һәм анализдар тапшыра. Артабан кәрәк тип тапҡан осраҡта пациенттар айырым йүнәлештә махсуслашҡан белгестәр-кардиолог, невролог, гастроэнтеролог кеүек табиптарға йүнәлтелә.
Киске ваҡыт тикшереү һөҙөмтәләрендә бер нисек тә сағылмай. Табиптар әйтеүенсә, хатта көслө арыу ҙа тейешле күрһәткестәргә йоғонто яһамай, бөтә ихтималлыҡтар ҙа иҫәпкә алына. Бынан тыш, ҡан анализын ике сәғәт дауамында ашамаған кешеләр генә тапшыра ала. Был да дөрөҫ күрһәткестәр алыу мөмкинлеге бирә. Тәүге төндә дауаханаға 34 пациент мөрәжәғәт иткән. Сағыштырыу өсөн-ғәҙәти иртәнге медицина тикшеренеүҙәре ваҡытында 30-ға яҡын пациент ҡабул итеп өлгөрәләр. Юғары ихтыяжды иҫәпкә алып, бындай практиканы даими итеү планлаштырыла. Табиптарҙың мәшғүллегенә был шулай уҡ ҡамасауламаясаҡ-тикшеренеүҙәр фәҡәт график буйынса алып барыласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, киләһе төнгө диспансер тикшереүҙәре 7 һәм 21 августа үтә.





