«Патриот» паркында йәнә үҙенсәлекле смена асылды. Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған, йәки һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар өсөн «Беҙ-бер бөтөн!» тип исемләнгән төбәк-ара инклюзив балалар лагеры ойошторолдо. Проект Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Быйылғы лагерь киләсәк һөнәрен һайлауға, «Кем булырға?» девизы аҫтында үтә. Сменаның һәр көнө тиерлек ниндәйҙер һөнәр менән танышыуға һәм белгестәр менән аралышыуға арналған. Улар араһында спортсы, хәрби, журналист, фермер кеүек төрлө өлкә вәкилдәре бар. Балалар өсөн был-иркен аралашыу, үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеге.
Төбәк-ара инклюзив лагерь һаңғырауҙар ғаиләһендә йәшәүсе балалар һәм ишетеү һәләте боҙолған үҫмерҙәрҙе берләштереү, уларҙы илһөйәрлек шарттарында тәрбиәләү маҡсатында булдырыла. Лагерҙа Рәсәйҙең 8 төбәгенән йыйылған 50 бала ял итә. Шулай уҡ сменаға ым-ишара теле тәржемәселәре, вожатыйҙар, ирекмәндәр йәлеп ителгән.
Проект республикала өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Һәм һуңғыһы түгел ти ойоштороусылар. Сөнки, «Патриот» паркында үткән сменаға эләгергә теләүселәр йылдан йыл арта. Быйылғы ул Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Азат Ғәлиуллин




