Кисә кис водителдәр Өфө-Белорет юлының Сермән ауылындағы «Башнефть» заправкаһында ғына 92-се маркалы бензин һәм дизель яғыулығы ҡоя алды. Межгорье, Инйәр, Ассы һәм Архангел ауылдарындағы яғыулыҡ ҡойоу станциялары ябыҡ булды. Ошондай уҡ хәл Урал аръяғының башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелә. Хәйбулла районында урындағы халыҡ оҙайлы сиратта торорға мәжбүр. Бензин әлегә юҡ, уның ҡасан килтерелеүен бер кем дә әйтә алмай.






