Президент Владимир Путин “Рәсәйҙә уҡытыусы статусы тураһында” указға ҡул ҡуйҙы

Президент  Владимир Путин “Рәсәйҙә  уҡытыусы статусы тураһында”  указға ҡул ҡуйҙы

Документ уҡытыусылар өсөн бер нисә гарантия билдәләй. Указ педагогтарҙың карьераһы дауамында профессиональ үҫешен, яңы эшләй башлаған уҡытыусылар өсөн мотлаҡ остазлыҡ итеүҙе, шулай уҡ электрон белем биреү ресурстарына һәм һанлы китапханаларға бушлай инеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, уҡытыусылар һөнәри эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса бушлай юридик ярҙам алыу һәм башҡа хоҡуҡтарға эйә була. Мөһим яңылыҡ – 25 йылдан ашыу педагогик стажы булған уҡытыусыларға “Хеҙмәт ветераны”  исемен бирелә. Документ шулай уҡ  уҡытыусыларҙың балаларын балалар баҡсаларына тәү сиратта алырға тәҡдим итә. Хөкүмәткә  уҡытыусы статусын раҫлаған таныҡлыҡтың берҙәм өлгөһөн әҙерләү, ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү бурысы йөкмәтелә.

Фото №1 - Президент  Владимир Путин “Рәсәйҙә  уҡытыусы статусы тураһында”  указға ҡул ҡуйҙы
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ