51 район һәм ҡалала 6 меңдән ашыу кеше курстар үткән. Тағы 7 мең күҙәтеүсе әҙерләү планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Республика йәмәғәт палатаһынан. Быйыл Рәсәйҙә Дәүләт Думаһы составы яңыра. Депутаттар өсөн тауыш биреү 18, 19 һәм 20 сентябрҙә ойошторола.








