Республика урмандарындағы хәл тәүлек әйләнәһенә, реаль ваҡыт режимында контролдә тотола

Йәшел ҡалҡанды янғындарҙан ваҡытында һәм оператив рәүештә һаҡлау өсөн барыһы ла эшләнә. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 2021 йылдан эшләп килгән «Урман һаҡсыһы» программаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы-уның ярҙамында 5 йыл эсендә урмандарҙа 80 янғын осрағы асыҡланған. 25 заманса видеомониторинг комплексы янғын хәүефе юғары булған райондарҙа ҡуйылған. Быйыл «Экологик именлек» милли проекты буйынса тағы ла 47 комплекс ҡуясаҡбыҙ. «Аҡыллы» камера төтөндө 25 саҡрым алыҫлыҡтан күрә һәм диспетчерҙарға координаттары 200 метрғаса сиктә дөрөҫ сигнал бирә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ