Башҡортостанда яңы лак-буяу заводы барлыҡҡа килеүе ихтимал

«Алға» иҡтисади зонаһының резиденты «Азимут» етештереү ҡеүәттәрен арттырырға, продукция линияһын киңәйтергә ниәтләй. Әле предприятие юл һыҙаты өсөн буяу һәм термопластик сығара. «Алға» иҡтисади зонаһы асҡан мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Юлдарҙа бар хәрәкәтте көйләп барған буяу һәм термопластик ошонда ҡойола. Ә продукция сифатлы булһын өсөн ҡатнашманың миҡдарын күҙәтеү, стандарттарҙы теүәл үтәү мотлаҡ. Был бурыс оператор Айрат Ҡадаевтың иңендә ята. Бар процесс автоматлаштырылған, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, беҙҙең эш сифатына юл хәүефһеҙлеге, кеше ғүмерҙәре бәйле. ти ул.

Элек юл һыҙаты өсөн материал сит төбәктәрҙән һатып алынған. Хәҙер иһә Башҡортостан буйынса төп ихтыяжды «Азимут» предприятиеһы ҡаплай. Хужалар үҙ продукцияһын Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә лә оҙата. Һуңғы йылда ғына етештереү ҡеүәте 20 процентҡа артҡан. Киләсәктә сығарылған продукция линияһын тағы ла арттырыу планлаштырыла. Әле тәүлегенә 100 тоннанан ашыу буяу һәм термопластик сығарыла.

Сифатты тикшереү өсөн предприятиела заманса лаборатория асылған. Бында продукция өлгөләренә анализ яһала, улар температура баҫымына тикшереү үтә.

Предприятие «Алға» иҡтисади зонаһының резиденты. 2020 йылда асылған майҙансыҡ Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында эшләй. Ул еңел сәнәғәт, нефть химияһы, ағас эшкәртеү, машиналар эшләү буйынса 30-ға яҡын предприятиены берләштерә. Июнь аҙағында ғына Стәрлематамаҡ районында газобетон етештереү буйынса яңы завод эшләй башланы.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса «Алға» иҡтисади зонаһының һөҙөмтәлелеге 95 процентҡа еткән. Ул сәнәғәт-производство тибындағы айырым иҡтисади зоналар араһында 17-се урындан 6-сы баҫҡысҡа күтәрелгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, юғары баһа сәнәғәттең әүҙем үҫешен сағылдыра. Инвесторҙар ҙа үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанды һайлай. Киләсәктә «Алға» иҡтисади зонаһында бөтәһе 3 меңдән ашыу яңы эш урыны асыу ҡарала. Республика етәкселеге резиденттарҙың күплеген, ихтыяжды иҫәпкә алып, иҡтисади зонаның майҙанын арттырырға иҫәпләй, әле был тәҡдим федераль министрлыҡта ҡарала.

Р.Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ