Быға тиклем 3 мең тоннаға яҡын яғыулыҡ ҡойола ине. Ихтыяж артыуы күп факторҙарға бәйле. Ажиотаждан алып миҙгел үҙенсәлектәренә тиклем. Тап ошо күренеш бензинға сираттар барлыҡҡа килеүгә үҙ өлөшөн индерә лә инде. Был турала белгестәр БСТ каналында уҙғарылған көндәлек брифингта белдерҙе.
Заправкалар ябыҡ, әммә водителдәр сират тора. Халыҡ өмөтөн өҙмәй, хәйер күптәрҙең урынынан ҡуҙғалырға ла яғыулығы юҡ. Сөнки Аҡъярҙа ике көн инде бензин бөтөнләй юҡ, ти халыҡ.
Яғыулыҡ ташыусы автомашина иртән Хәйбуллаға юлланды, тине республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары. Эдуард Мостафин әйтеүенсә, республикала 18 район ошондай хәлдә. Бәғзеләрендә хатта бер генә яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй.
Властар тәү сиратта транзит юлда, турист маршруттарында урынлашҡан заправкаларҙы яғыулыҡ менән тәьмин итә. Тап уларҙа йыш туҡталалар һәм сираттар барлыҡҡа килә. Хәйер, бензин етешмәүе төрлө сәбәптәргә бәйле, ти аналитиктар.
Йәй уртаһында юл йөрөүселәр арта ғына. Ялға, ҡунаҡҡа, байрамға, ауылға. Властар тығындар тыуҙырмаҫ өсөн юл йөрөү планын алдан хәстәрләргә тәҡдим итә. Үҙ сиратында улар бензин менән хәлде көйләү өсөн төрлө саралар күрә. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, биржаға йәнә бәләкәй ойошмаларҙы индереү ҡарала. Был осраҡта шәхси заправкаларҙа ла бензин барлыҡҡа киләсәк. Республика хөкүмәте, былтыр уҡ 14 процентҡа арттырыуҙарына ҡарамаҫтан, Башнефть компанияһы менән яғыулыҡ етештереү күләмен тағы күбәйтеү хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара.
А.Кәбиров






