Шишмә районы Шөңгәккүл ауылында йәшәүсе Мария Викторовна Муслова 11-се тапҡыр әсәлек бәхетен татыны. Республика перинаталь үҙәгендә доньяға килгән сабый бөгөн әсәһе менән бөгөн дауахананан өйҙәренә оҙатылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мария Викторовнаны ысын мәғәнәһендә герой-әсә тип әйтергә була. Биш ҡыҙ һәм алты малайҙың тәүге ауазын ишетеү бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. 43 йәшендә 3 килограмм ярым ауырлыҡтағы, буйы 56 сантиметрлыҡ кинйә улы донъяға килә.
Бәләкәскә исемде тормош иптәше менән бергәләп һайлағандар. Бер туған ҡустыһы тыуыуына махсус хәрби операциялағы өлкән ағаһы айырыуса ҡыуанған. «Ямайка» ҡушаматлы яугир ғаиләләге кинйә ҡустыһынан 24 йәшкә өлкән. Яугирға бәләкәс туғаны тыуыуы хаҡында яңылыҡты иң беренсе булып әсәһе хәбәр итә.
Мария Викторовна сабыйына мөхәббәт һәм наҙ тулы күҙҙәре менән баға. Бәхетле ата-әсәне алда шатлыҡлы мәшәҡәттәр көтә.
Гүзәл Борханова





