Башҡортостан Милли архивында «Ноғман Мусин: башҡорт еренең тауышы» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозиция әҙиптең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған.Унда халыҡ яҙыусыһының проза әҫәрҙәре менән бер рәттән, ҡулъяҙмалары, шәхси документтары һәм ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргән мәҡәләләр сығарылған. Күргәҙмәлә шулай уҡ авторҙың шиғырҙары меннә дә танышырға мөмкин.
Ноғман Мусин әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыған сағында уҡ яһай. Күп һанлы хикәйәләр һәм очерктар, повесть-романдар ижад итә. Күренекле прозаик 50-нән ашыу китап авторы. «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға» һәм башҡа әҫәрҙәренең прототиптары булып ауыл кешеләре, замандаштары сығыш яһай. Яҙыусы һуңғы һулышына тиклем йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ижадын һөйөүселәр менән һәр саҡ бәйләнештә була. Үҙе иҫән сағында тыуған мәктәбенә уның исеме бирелде.





