Иваново ҡалаһында уҙған уйын 2-2 иҫәбе менән тамамланды. 14-се минутта ҡунаҡтарҙың Колумбия һөжүмсеһе Дилан Ортис уңышҡа өлгәште. Әммә күп тә үтмәй майҙан хужалары Никита Першин тырышлығы менән яуап тубы индерҙе. Ошо уҡ уйынсы тәнәфескә тиклем пенальтиҙан үҙ коллективын алға сығарҙы. Икенсе таймда дәғүәселәр һаҡсыһы Дмитрий Иванников тупаҫ хаталанып, үҙ ҡапҡаһына гол индерҙе. Ике мәрәй юғалтыуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ турнир таблицаһында 5-се урынды биләй. Киләһе турҙы «Өфө» клубы үҙ майҙанында үткәрә. 26 июлдә баш ҡалаға Хабаровскиҙың СКА командаһы килә.





