Июль уртаһы-ҡымыҙ ваҡыты. Был эсемлекһеҙ Башҡортостанды күҙ алдына килтереп булмай. Уны республиканан ситтә лә беләләр һәм беҙ ҡымыҙ етештереү буйынса Рәсәйҙә ышаныслы беренсе урынды биләйбеҙ, тип яҙған төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, йыл һайын беҙҙең ҡымыҙсылар 3 мең ярым тоннаға яҡын тәмле һәм шифалы эсемлек етештерә. Республикала 100 ҡымыҙ фермаһы эшләй. Йылҡылар һаны буйынса ла беҙ алдынғылар иҫәбендә-125 мең баштан ашыу йылҡы малы аҫрала. Ҡымыҙ-башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Ул ысын милли брендҡа әйләнеүҙән тыш, организм өсөн дә файҙалы. Заманында быға Лев Толстой, Антон Чехов, Максим Горький, Марина Цветаева ла инана, рус әҙиптәре бында ҡымыҙ менән дауаланырға килә. Күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙансығында 2-се республика ҡымыҙ конкурсы ла үткәйне. Унда 12 райондан 25 етештереүсе көс һынашҡан. Әлшәй, Өфө, Баймаҡ райондары ҡымыҙсылары үҙҙәрен иң яҡшылары тип танытҡан. Еңеүселәр август аҙағында Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында уҙасаҡ «Һөт иле» фестивалендә бүләкләнәсәк. Унда «Ҡымыҙ ауылы» ла эшләйәсәк, тип белдергән Радий Хәбиров.





