Мәктәп йәрминкәләре көтә. Ата-әсәләр балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләй башланы. Байтаҡ ҡулланыусылар уҡыу кәрәк-яраҡтарын август аҙағына тиклем һатып алырға тырыша. Быйыл сауҙа нөктәләрендәге йәрминкәләрҙә малайҙар өсөн костюм-салбар ете, ҡыҙҙар өсөн сарафан ике мең самаһы, юбка мең һум тора. Кейемдән тыш кәнсә тауарҙарына ла етди генә сумма йыйыла. Рюкзактарға хаҡ 800 һумдан башлана. Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, быйыл мәктәпкә ир баланы әҙерләү өсөн 20, ҡыҙҙарға 25 мең һум самаһы аҡса тотонола. Әммә һәр ғаилә был яуаплы осорға бюджетты шәхсән көйләп тотона. Сауҙа нөктәләрендә акцияларҙа, маркетплейстарҙа балалар өсөн форма һәм тауарҙарҙы арзаныраҡ хаҡҡа ла табырға мөмкин. Өфөлә ойошторолған мәктәп йәрминкәләре август аҙағына тиклем эшләй.





