Башҡортостан Хөкүмәте Әбйәлилде үҫтереү буйынса юл картаһы әҙерләй

Әбйәлил районында мәрмәр заводы тергеҙеләсәк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры районға эш сәфәре барышында белдерҙе. Андрей Назаров төбәктә Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙе, социаль, сәнәғәт объекттары эшмәкәрлеге менән танышты, һабантуйҙа ҡатнашты. Әбйәлилдәр быйыл һабан байрамын республикала иң һуңғыһы булып үткәрҙе, әммә яңыртылған майҙан, ыңғай үҙгәрештәр, оло маҡсаттар менән. Уңыш-ҡаҙаныштар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һабантуй майҙанын танырлыҡ та түгел, Айғырбатҡан яланы тулыһынса төҙөкләндерелгән, тәртипкә килтерелгән, һәр ауыл хакимиәтенең үҙ биләмәһе эшләй. Тирмәләр янында халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәрен дә, милли кейемдәрен дә, йола-кәсептәрен дә күрергә мөмкин. Хатта аш-һыу әҙерләү серҙәре менән дә танышырға була. Мәҫәлән, әбйәлилдәрҙең брендына әйләнгән йыуаса бешерергә йәки ҡорот ыҫларға өйрәнергә.

Исхаҡ ауылынан Һиммәт Лоҡманов боронғо тимерлектәрҙең эш үҙенсәлектәре менән таныштыра. Башҡорттар һәр эш ҡоралын үҙҙәре яһаған, ағас, таш, тимер эшен яҡшы белгән, оҫталары менән дан тотҡан, ти ул.

Тирмәләр яны халҡыбыҙҙың тарихын, милли-мәҙәни хазиналарын сағылдырыу менән бер рәттән, бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштарын да күрһәтә. Мәҫәлән, Красная Башкирия фермерҙары англонуб, альпий кәзәләре үрсетеү менән шөғөлләнә. Хужаларҙың әле 100 баштан ашыу малы бар.

Һабантуйҙың төп хужалары көндө төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Әбйәлилдәр уҙған йылда бураларға 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һалған. Быйыл уңыш күберәк булыр тип көтөлә, районда техник культураларҙың майҙаны ла арттырылған. Яғыулыҡ-майлау материалдары буйынса район кәңшәмәһе үтте, өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш, ти аграрийҙар.

Һабантуйҙа ялан батырҙары, әбйәлил данын күтәргән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Улар араһында төрлө өлкәләрҙә эшләүселәр бар. Махсус хәрби операция яугирҙарына, алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаилә ағзаларына айырым иғтибар бирелде. Барыһы ла фронт, барыһы ла еңеү өсөн тип йәшәгән ирекмәндәр билдәләнде. Әбйәлилдәр яҡташтарына даими рәүештә гуманитар ылау оҙата.

Айғырбатҡан яланы йыр-моңдан яңғырап торҙо, халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған һабантуйҙа Әбйәлилдә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәте сағылыш тапҡан. Байрам эшлекле һөйләшеүҙәргә лә бай булды. Премьер-министры Андрей Назаров белдереенсә, райондың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса юл картаһы әҙерләнә, ул төбәк өсөн мөһим пункттарҙы үҙ эсенә ара. Мәҫәлән, мәрмәр заводын тергеҙеүҙе.

Һабан байрамы милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар һабантуй майҙанында шыршылар ҙа ултыртты, был үҫентеләр төҙөк, бөхтә биләмәне тағы ла йәмләп торасаҡ.

Р.Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ