Документтарҙы август уртаһына тиклем килтерергә була. Бөрө кооператив техникумы директоры Әлфир Байымов белдереүенсә эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар, быйыл конкурс ҙур ғына.
Республикала юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү был аҙнала тамамлана. Быйыл Башҡортостан вуздарында 17 мең бюджет урыны булдырылған. Абитуриенттар уҡыу йортона барып, шулай уҡ почта аша йәки электрон тәртиптә документ тапшыра ала.







