Һарыһыу йылғаһы кимәле 1 метрға түбән төшкән. Һыу ҡайтҡан. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдерҙе. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса эш дауам итә. Пермь крайында быуа йырылыу сәбәпле Асҡын районының Өршиҙе, Сураш, Ҡамашиҙе, Солтанбәк ауылдарында 100-ҙән ашыу йорт-ихата һыу эсендә ҡалғайны.







