Белорет районынан Андрей Селиванов социаль контракт мөмкинлеген файҙаланған. Бизнес өсөн бүленгән аҡсаға аттар һатып алған. Хәҙер фермаға килеүселәргә һыбайлы сәфәрҙәр тәҡдим ителә. Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдереүенсә, республикала 700-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ярҙам программаларын файҙаланып үҙ эшен башлаған. Тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыу Мәләүез, Яңауыл райондары һәм Салауат ҡалаһында яҡшы ҡуйылған.







