Беҙҙең республикаға 200 миллион һумға яҡын субсидия бүленә. Был аҡса ике ҡалала йәштәр биләмәләрен яңыртыуға йүнәлтелә. Салауатта "Тиңдәш" тигән йәштәр үҙәге төҙөкләндерелә. Октябрьскийҙа Йәштәр һарайы яңыртыла. Шулай уҡ "Изге эштәр төбәге" федераль конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанға 5 миллион 200 мең һум ҡаралған. Был сумма 8 муниципалитетта Изгелек үҙәктәре үҫешенә тотонола.







