Башҡортостанда балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан

Башҡортостанда балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан

Был турала Хөкүмәттә уҙған ултырышта белдерелде. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл Республикала балыҡ һәм уның продукцияһын ҡулланыу бер кешегә 26 килограмм булған. Әле балыҡсылыҡ менән 50 хужалыҡ шөғөлләнә. Һыу ятҡылыҡтарының дөйөм майҙаны 3 мең 89 гектар. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса 1 мең 330 тонна балыҡ етештерелгән. “Ҡарман балыҡ хужалығы” өлөшөнә республика күләменең 70 проценты тура килә.

Фото №1 - Башҡортостанда балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ