Өфөлә яугирҙың тол ҡатынын 3 миллион һумға алдағандар

Өфөлә яугирҙың тол ҡатынын 3 миллион һумға алдағандар

Уға шылтыратыусы үҙен Оборона министрлығы вәкиле тип таныштырған, ер участкаһын алыуҙа ярҙам вәғәҙәләгән. СМС код менән килгән һандарҙы  әйтергә күндергән. Унан һуң Үҙәк банк, Федераль именлек хеҙмәте  исемдәренән шылтыратҡандар. Енәйәт яуаплылығы менән янап 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн  ҡулаҡса менән ышаныслы курьерға тапшырырға  ҡушҡандар.  Ҡатын алданыуын  бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә  аңлаған. Был хәлде полиция тикшерә.

Фото №1 - Өфөлә яугирҙың тол ҡатынын 3 миллион һумға алдағандар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ