Вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, ветерандарға, тренерҙарға иғтибар булырға тейеш. Шулай уҡ байрамға йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Республикала йәш хоккейсылар араһында турнирҙар уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре була, "Салауат Юлаев" уйынсылары, хоккей ветерандары менән осрашыуҙар планлаштырыла. Рәсәйҙә хоккей көнө булдырылды. Ул 22 декабрҙә билдәләнә.







