Өфө фән һәм технологиялар университетына 89 меңдән ашыу ғариза тапшырылған

89 меңдән ашыу ғариза. Өфө фән һәм технологиялар университеты быйыл абитуриенттарҙан рекордлы күләмдә ғаризалар ҡабул иткән. Урта профессиональ белем алыу өлкәһендә иһә был һан 3 мең ярымдан ашып киткән. Ни өсөн Башҡортостан йәштәре юғары һәм урта һөнәри белем алыу өсөн республика уҡыу йорттарын һайлай? Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Гөлдәриә Сәғәҙәтова Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлаған. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына документтар тапшыра.

Гөлдәриә Сәғәҙәтова Федераль олимпиада еңеүсеһе, өҫтәүенә, рус теленән 75 бал йыйған, ул бюджетҡа имтихандарһыҙ үтә һәм йыл дауамында 60 мең һум күләмендә стипендия аласаҡ.

Өфө фән һәм технологиялар университетында абитуриенттар ҡабул итеүҙең иң ҡыҙыу мәле. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһендә уҡырға инеүселәрө өсөн ғаризалар тапшырыу 25 июлгә тиклем оҙайтылған.

Рәсәйҙең иң ҙур һәм алдынғы уҡыу йорттарының береһе йәштәргә төплө белем һәм һөнәри тәжрибә бирә. Беренсе курс студенттары предприятиеларға эләгә, реаль проекттарҙа ҡатнаша, үҙҙәрен эштә һынап ҡарай һәм әҙер белгес булып сыға.

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы ла һөҙөмтәле эшләй. Студенттар колледждарҙан иң алдынғы предприятиеларҙа эшләрлек белем һәм тәжрибә туплай. Республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениеһылары «Профессионалитет» федераль проекты буйынса яңыртыла. Республикала был программаға 35 колледж ингән.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иһә йәштәргә«Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 13 һөнәр буйынса белем алыу мөмкинлеге булдырылған.

Быйыл абитуриенттар документтарын «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша ла тапшыра ала.Был уҡырға инеү процессын күпкә еңеләйтә. Бынан тыш 40 процент йәштәр колледжға документты шәхсән үҙҙәре килеп тапшырыуҙы хуп күрә. Бында Рәсәй төбәктәренән дә документ биреүселәр бар.

Туғыҙынсы класты тамамланым. Өфөлә физкультура йүнәлешендә белем биргән колледжға уҡырға инергә булдым. Өлкәндәр араһында йөҙөү буйынса беренсе разрядҡа эйәмен. Киләсәктә тренер булғым килә.

Динара Санатова, абитуриент

Республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн мөмкинлектәр киң: эре производстволар, ИТ-компаниялар йәштәрҙе үҙ сафына көтә. Күптәр ситкә китмәй,тыуған ерҙә ҡалып, төйәкте алға ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ә Башҡортостанда йәш кадрҙарҙы туплауға нигеҙ бөгөндән һалына.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ