Был тема ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә ҡаралды. "Рәсәй спортсылары араһында спартакиада Өфөлә тәүге тапҡыр үтә. Триатлон буйынса ярыштар 1 августа Йылы күлендә старт ала. Турнир өс этапта уҙғарыла - йүгереү, велосипед һәм йөҙөү. Август-сентябрь айҙарында спортсылар велосипед спорты, ишеү слаломы, йөҙөү, фехтование һәм көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнаша", - тип белдерелде. Турнир үткән көндәрҙә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнеүе ихтимал.







