Яғыулыҡ ҡойоу станциялары беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарын сираттан тыш хеҙмәтләндерергә тейеш. Был турала беҙҙең каналда үткән брифингта Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин белдерҙе. Рәсәй Президенты тарафынан 1992 йылда ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, бындай хоҡуҡ менән мөмкинлеге сикләнгән граждандар үҙҙәре йәки оҙатып йөрөтөүселәр менән генә файҙалана ала. Шул уҡ ваҡытта автомобиль тәҙрәһендәге «Инвалид» билдәһе өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү алыу өсөн етерлек түгел. Кассирға йәки администраторға инвалидлыҡ тураһында белешмә күрһәтергә кәрәк.





