Сараны Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Переправа» республика комплекслы социаль адаптация үҙәге менән берлектә ойошторған. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, йортһоҙҙарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу проблемаһы системалы ҡараш талап итә. Түңәрәк өҫтәл барышында республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең уңышлы тәжрибәләре күрһәтелде, уларҙы үҙләштереү, таратыу мөмкинлектәре ҡаралды.
Сарала «Переправа» Республика комплекслы социаль адаптациялау үҙәге эшмәкерлеге лә ҡаралды. Ойошма ауыр яҙмыш һынауына дусар булған граждандарҙы эшкә урынлаштырыу, яңы тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса уңышлы эш алып бара. Социаль яҡтан яҡлауһыҙ граждандарҙы эшкә алған учреждениеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәҡдиме индерелде. Ултырышта махсус хәрби операция ветерандарын социаль яраҡлаштырыу мөмкинлектәре лә тураһында ла һүҙ барҙы. Фекер алышҡандан һуң резолюция ҡабул ителде, ул ике йылға эш планын үҙ эсенә ала.





