Кесе ватанға һөйөү менән. Өфөлә дизайнер Аля Олдридж тыуған ер тәбиғәте төшөрөлгән кейемдәрҙең беренсе партияһын һатыуға сығарған. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, тау-урмандары, йылғалары һүрәтләнгән футболка, кофталар сифатлы туҡымаларҙан тегелә. 20 йыл Америка Ҡушма Штаттарында йәшәгән эшҡыуар кейемдәрҙе етештереү өсөн «Минең бизнесым» үҙәге ярҙамы менән файҙаланған. Үҙәктә дизайнер эшҡыуарлыҡ буйынса уҡып сығып стартап ойоштороу өсөн ярҙам саралары алған.





