Башҡортостанда һуңғы дүрт йылда баҡсаларға илткән 109 километр юл ремонтланған

Бөгөн Рәсәйҙә баҡсасылар көнө билдәләнә. Һуңғы дүрт йылда республикала 297 баҡса ширҡәтенә илткән 109 километр юл ремонтланған. Быйыл Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Шишмә райондарында 14 юл тәртипкә килтерелә. Был-баҡсасылар уңайлығы өсөн алып барылған ҙур эштең бер өлөшө генә, тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Башҡортостанда мең ярымдан ашыу баҡса ширҡәте бар, улар иҫәбе буйынса төбәк Рәсәйҙә алтынсы урында. Әле баҡсаларҙа ут, һыу һәм янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре хәл ителә, биләмәләр төҙөкләндерелә, инфраструктура үҫтерелә. Шул иҫәптән республика гранттары иҫәбенә. Владимир Путин ҡушыуы буйынса газлаштырыу программаһы тормошҡа ашырыла. Бындай осраҡта хеҙмәттәшлектең ике яҡлы булыуы шарт. Республика ресурстар менән килә, ә баҡсасыларҙың документтары тәртиптә булырға һәм бөтә хоҡуҡи мәсьәләләр, шул иҫәптән ер участкалары рәсмиләштерелергә тейеш.

Бөтә баҡсасыларҙы байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә һаулыҡ һәм яҡшы уңыш теләйем,-тигән Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ