Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы 21 районда урып-йыйыу эштәренә тотонғандар. Әлеге ваҡытта башлыса ужым бойҙайынан уңыш алына. Баҫыуҙарҙағы эш барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Владимир Абрамов 45 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләй. Ураҡ барышында техника ватылып туҡтап тороуға юл ҡуймаҫ өсөн, ул үҙенә беркетелгән комбайнға ҡышҡыһын ентекле техник әҙерлек уҙғарған.Өфө районында ужым бойҙайын урып-йыйыуға тотоноусылар һәр аяҙ көндөң минутын да әрәм итмәй, күп көс һалынған уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға тырыша.Баҫыуҙарҙа комбайндарҙың тигеҙ тауышы ишетелә, ә яҫмаларҙағы ужым бойҙайының алтын башаҡтары комбйан урғысы ярҙамында йығылып бункерға тула. Ужым бойҙайы уңышының гектар ҡеүәте 56 центнер тәшкил итә.
Механизаторҙар көслө ел ауҙарған туҡ башаҡтарҙы ла урғысҡа эләктерергә тырыша. Орлоҡтарҙың дымлылығы 15 процент самаһы тәшкил итә. Һаҡлау өсөн уны 12 процент кимәленә киптереү маҡсаты тора.
Бөтә республика буйынса урып-йыйыу эштәре әүҙем башҡарылв: техника икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй. Хужалыҡтар урып-йыйыуҙы эшлекле, тыныс шарттарҙа үтәй. Тап әлеге мәлдә тир түгеп үҫтерелгән уңыштың яҙмышы хәл ителә.Бөгөнгө көндә тулайым иген уңышы 52 мең тонна тәшкил итә.
Уңыш өсөн көрәшеүсе аграрийҙарға көндөң һәр минуты алтынға бәрәбәр. Ужым бойҙайынан һуң арпа өлгөрәсәк. Хужалыҡтар тиҙҙән мал аҙығы әҙерләүҙе кампанияһын да тамамалай.
Был баҫыуҙарҙағы ужым бойҙайын урып-йыйыу эшенә 5 комбайн, 6 камаз йёлеп ителгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ, улар аҙна-ун көнгә етерлек итеп хәстәрләнә, ти етәкселәр. Ә иген үҫтереүселәр яуым-төшөмһөҙ мәлдә иртәнге ысыҡ кикәндән алып кис ысыҡ төшкәнгә тиклем комбайн штурвалы артында эшләй.
Гүзәл Борханова





