Баймаҡ районы Талкаҫ күле буйында урынлашҡан «Орленок» лагерында икенсе смена тамамланып килә. Лагерҙа балалар һаулыҡтарын нығытҡан, төрлө тәрбиәүи программаларҙа ҡатнашҡан. Ял итеүселәрҙең файҙалы ялын БЮТ хәбәрселәре лә күҙәтте.
«Орленок» һауыҡтырыу лагерында икенсе сменала әлеге ваҡытта 160-тан ашыу бала йәйге көндәрен онотолмаҫлыҡ итеп үткәрә, ял итә. Уларҙың хәүефһеҙлеге, ҡыҙыҡлы ялы өсөн 8 тәрбиәсе һәм 7 вожатый бар тырышлығын һала.
Икенсе сменаның патриотик тәрбиә биреү программаһына ярашлы балалар көн һайын үҙҙәренә яңылыҡ аса, тематик сараларҙа ҡатнаша һәм тыуған яҡ батырҙары тураһында тулыраҡ белешмә ала. Сменаның «Беҙ» һүҙендә-йөҙ мең «мин» девизы-отрядтарҙың берҙәмлегендә һәм балаларҙың әүҙемлегендә күренә.





