Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк халҡын «Патриот» паркына саҡырҙы. Өфө районындағы биләмә ысын мәғәнәһендә уникаль майҙансыҡҡа әйләнде. Бында барыһы ла тыуған илгә, уның героик үткәненә һәм бөгөнгөһөнә һөйөү менән һуғарылған. Паркта әүҙем йәштәр, ирекмәндәр өсөн төрлө йыйылыштар үткәрелә. Радий Хәбиров үҙе лә бында балалар менән осрашырға, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә ярата. Һәр кем үҙ көсөн «Геройҙар уҙышы»нда һынап ҡарай ала. Сыҙамлыҡ тәрбиәләгән ярыштар тотош илдән командаларҙы йыя. Шулай уҡ хәрби һәм трофей техникаһының күләмле экспозицияһы йәки «Партизан ауыл» музей-күргәҙмә комплексы менән танышыу өсөн ял көндәрендә ғаилә менән килергә мөмкин, тип яҙған Башҡортостан башлығы.





