Башҡортостанда Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөндә тармаҡ алдынғылары бүләкләнде

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Сауҙа иҡтисади үҫештең төп драйверы, йылдам үҫешкән тармаҡтарҙың береһе булып тора. Бөгөн был өлкәлә 300 меңдән ашыу кеше эшләй, был Башҡортостандағы мәшғүл халыҡтың 20 проценттан ашыуы. Сауҙа хеҙмәтәкәрҙәре һөнәри байрамын да эш урынында ҡаршылай, сөнки улар иңендә халыҡты юғары сифатлы тауарҙар менән тәьмин итеү, хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу буйынса көндәлек бурыстар ята. Был өлкә өҙөклөкһөҙ эшмәкәрлек талап итә. Тармаҡтың инфраструктураһын яҡшыртыуға һалынған инвестициялар 60 процентҡа артып 19 миллиард һумға еткән, тине Андрей Назаров.

Бүләкләнеүселәр араһында билдәле сауҙа ойошмалары, хеҙмәтләндереү предприятиелары етәкселәре лә, ябай хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Бөтәһен дә уртаҡ маҡсат бәйләй, республика бюджетын һалым менән тулыландырыу, яңы, заманса эш урындары булдырыу, ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Улар республика етәкселеге яғынан да даими хәстәр, ярҙам күрһәтелеүе тураһында һөйләй. Айырыуса мәктәп ашханаларында туҡландырыуға, юл буйы сервисын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр трассаларҙа 347 объект сафҡа ингән, 2030 йылға был һанды 1 меңгә еткереү планлаштырыла. Бөгөн сауҙа кәштәләрендә продукция ассортименты киң, халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә. Сифатты күтәреү өҫтөндә эшләү мөһим, ти бүләкләнеүселәр.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ