Сарала райондың 14 ауыл биләмәһенән 80-гә яҡын кеше ҡатнашты. Әбйәлил районы инвалидтар ойошмаһының туристик слетын тап Хәлил ауыл биләмәһендә ойоштороу осраҡлы түгел. Берҙән ауыл эргәһендә физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә спорт ярыштары ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Быуала кәмә-катамарандарҙа уҙышырға, тау-ҡырҙарҙа спорт йүнәлеше буйынса көслө команданы асыҡларға мөмкин.
Икенсенән, биләмәнең ойошмаһы районда иң көслөләрҙең береһе. Ул Хәлил Әбделмәмбәт, Мәхмүт, Ишбулды, Ҡалмаҡ ауылынан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 200-гә яҡын кешене берләштерә, ойошма ағзалары араһында айырыуса ир-егеттәр күп. Улар мәҙәни сараларҙа ла, спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнаша.
Хәлил ауыл биләмәһендә ойошторолған туристик слет йыр-моңға ла, милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Командалар уларҙың һәр береһендә дәррәү ҡатнашты, аралашты, ҡаҙанда бешкән аш, самауыр сәйе менән һыйланды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай саралар уларға үҙҙәренә бикләнеп ҡалмаҫҡа ярҙам итә, йәшәүгә көс-дәрт бирә. Осрашыуҙар мәлендә проблемаларың менән бүлешергә лә, кәңәш алырға ла мөмкин. Тормошта еңеп сыға алмаҫтай һынауҙар, кәртәләр юҡ, берҙәмлек, ойошҡанлыҡ кәрәк, ти улар. Туристик слет ошо хәҡиҡәттең сағылышы, кешенең сикһеҙ мөмкинлектәренә, рухи көсөнә дәлил булып тора.






