Архангел өлкәһендәге моронға легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Өлкә йыйылышы депутаттары шундай ҡарар ҡабул иткән. Башланғыс менән "Рәсәй граждандар авиация ветерандары берләшмәһе"нең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рифҡәт Денисламов сыҡҡан. Республика Башлығы Радий Хәбиров әҡдимде хуплаған һәм Архангел депутаттарына мөрәжәғәт иткән. Тәҡдим федераль һәм өлкә кимәлендә хупланған. Документтар "Росреестрға" тапшырылған. Тикшереүҙән һуң Муса Гәрәев мороно рәсми рәүештә Рәсәйҙәге бөтә карталарҙа күрһәтеләсәк.








