Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡты Шишмә районына "Патриот" паркына саҡырҙы

Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡты Шишмә районына  "Патриот" паркына саҡырҙы

Был - ғорурлыҡ һәм  илһөйәрлек  биләмәһе, тип билдәләй Радий Фәрит улы. Уҡыусылар һәм студенттар хәрби әҙерлек үтеп кенә ҡалмай,  уларҙа  тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләнә. - Бында хәрби һәм трофей  техникаһы экспозицияһы бар. Шулай уҡ "Партизан ауылы" тигән музей-күргәҙмә комплексында  булырға  мөмкин.  Бар объекттар блиндаждар рәүешендә күрһәтелгән,  архив  фотоһүрттәре,  хәтирәләр буйынса буйынса тергеҙелгән. Штаб, медицина пункты, мунса, кухня, ҡорал һәм хәрби припастар келәте, - "Партизан ауылы"нда  ысын мәғәнәһендә тарихҡа  ҡағылырға  була. Барығыҙға ла матур ялдар, -тип  яҙа Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡты Шишмә районына  "Патриот" паркына саҡырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ